+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән
17 Января 2023, 06:00

Пушкин картаһы менән ҡайҙа барырға мөмкин

Пушкин картаһының балансы яңырҙы. 5 мең һумды 2023 йыл дауамында мәҙәни сараларға йөрөүгә тотонорға мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 14 йәштән 22 йәшкә тиклемгеләр Пушкин картаһы менән файҙаланып, филармонияға, музейға, театрға йәки киноға бушлай йөрөй ала.

Пушкин картаһы менән ҡайҙа барырға мөмкинПушкин картаһы менән ҡайҙа барырға мөмкин
Пушкин картаһы менән ҡайҙа барырға мөмкин

"Мәҙәниәт.РФ" сайтында Башҡортостан афишаһын ҡарағыҙ:  https://vk.cc/ckJToQ
Картаны рәсмиләштереү өсөн:

*«Дәүләт  хеҙмәттәре. Мәҙәниәт» мобиль ҡушымтаһын телефонға күсереп алырға кәрәк vk.cc/cdxs6o - бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы булырға тейеш

*Ниндәй карта алырға теләйһегеҙ - виртуаль йәки пластик картамы - һайларға кәрәк. Виртуаль карта ҡушымтала уҡ бирелә. Пластик карта алыу өсөн Почта Банк бүлексәләренең береһенә барырға кәрәк. Үҙең менән паспорт һәм СНИЛС алырға кәрәк буласаҡ.

«Пушкин картаһы» программаһына ярҙам итеү хеҙмәте: 8 (800) 100 06 45

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас