+23 °С
Дождь
Төрлөһөнән
18 Января 2023, 08:00

Антуриум гөлө үҫтерегеҙ

Антуриумды “ир бәхете” тип тә атайҙар. Гөл ир-ат өсөн талис­ман, бетеү булараҡ уларға тормошта үҙ урындарын, бәхеттәрен табырға ярҙам итә. 

Антуриум гөлө үҫтерегеҙАнтуриум гөлө үҫтерегеҙ
Антуриум гөлө үҫтерегеҙ

Антуриум мул тормош һәм яҡшы энергияны үҙе­нә тарта, яңғыҙаҡтарға парҙарын табырға булыша. Был гөлдөң “ҡатын-ҡыҙ бәхете” тип йөрөтөл­гәне лә бар. Ул гүзәл затты төрлө күңелһеҙлектәрҙән һаҡлаусы көслө бетеү, тиҙәр. Гөлдө тәр­биәләгән ҡатын-ҡыҙ ирекһеҙҙән үҙе лә иң яҡшы сифаттарҙы үҫтерәсәк, тирә-йүнгә нур сәсеп торасаҡ. Өйөгөҙҙө бәхет таш­ла­маһын өсөн матур гөлдәр үҫте­регеҙ! Һәр хәлдә, улар донъяғыҙҙы йәмләп, кәйефегеҙҙе күтәрер, йоҡомһораған хис-тойғо­лары­ғыҙҙы уятыр.

Фото: orchidea-shop.ru

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-01-13/b-hetle-g-ld-r-terege-3104421

Автор:
Читайте нас