+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән
18 Января 2023, 09:00

Шәп кәңәштәр

*Духовкалағы ит ҡоро булып бешмәһен өсөн янына һыулы һауыт ҡуйығыҙ. Һыу пары итте кибеүҙән һаҡлар. *Һөттә тотолған икмәкте фаршҡа ҡушһағыҙ, кәтлиттәрегеҙ һыуһыл һәм йомшаҡ булыр.

Шәп кәңәштәрШәп кәңәштәр
Шәп кәңәштәр

*Ҡайнар һыу менән эшләгәндә быяла банка сатнамаһын өсөн уны ағас турағыс таҡтаға ҡуйығыҙ. Ағас эҫене үҙенә ала банканы ярылыуҙан һаҡлай.

*Туңдырылған йәшелсәне ҡайнап торған һыуға туң килеш һалығыҙ. Сөнки иреткәндә С витамины юғала.

*Тәңкәһе еңел таҙартылһын өсөн балыҡты тиҙ генә эҫе һыуға тығып алығыҙ.

*Теш пастаһы аҡ кроссовкаларҙы, аҡ төҫтәге аяҡ кейемдәрен яҡшы таҙарта.

*Термосты таҙартыу һәм ундағы насар еҫте бөтөрөү өсөн 2 аш ҡалағы тоҙ һалығыҙ ҙа йылы һыу өҫтәп, ҡапҡасын ябып, бик оҙаҡ һелкетегеҙ.

*Һыуытҡыстағы насар еҫте бөтөрөү өсөн кәштәһенә гәзит түшәп, өҫтөнә туралған йәшелсәләр һалығыҙ.

*Күмер ҙә насар еҫте тиҙ үҙенә һеңдерә.

*Сыр ҡырғыстан яҡшыраҡ үтһен өсөн уны 10 – 20 минутҡа туңдырғысҡа ҡуйып торорға кәрәк.

*Ашлама  һипкәндән һуң гөл төбөнән насар еҫ килһә, унда күмер йәки ҡом һалығыҙ.

Фото: 4tololo.ru

Автор:
Читайте нас