+34 °С
Ясно
Төрлөһөнән
20 Января 2023, 11:00

Бәләһенән баш-аяҡ

Удмуртияның Воткинск ҡалаһында робот-саң һурҙырғыс, янғын сәбәпсеһе булып, саҡ ҡына фатирҙы утҡа осормаған. Хәүефле хәл техник етешһеҙлек арҡаһында сыҡҡан.

Бәләһенән баш-аяҡБәләһенән баш-аяҡ
Бәләһенән баш-аяҡ

Биш ҡатлы йортта йәшәгән хужалар фатирҙан сығып китер алдынан приборҙы зарядландырырға ҡуя. Әммә саң һурҙырғыс техник етешһеҙлеге сәбәпле, фатирҙа янғын сыға.

Был хәлде күршеләре күреп ҡалып, янғын һүндереүселәрҙе саҡыртҡан. Улар тиҙ арала махсус баҫҡыс урынлаштырып, өйҙөң тәҙрәһен ватып кереп, 2 минут эсендә ялҡынды һүндерә. Бына шулай, дуҫтар, бәләһенән баш-аяҡ тигәндәй, өйҙән сығып киткәндә электр приборҙарын ҡабыҙмау хәйерлелер...

Фото: https://ru24.net/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас