+23 °С
Дождь
Төрлөһөнән
26 Января 2023, 09:00

Айға ҡарап сәсһәң, уңышты мул алырһың...

Тәжрибәле баҡсасылар орлоҡ сәскәндә йәшелсәләрҙең үҫешенә Айҙың тәьҫире булыуын элек-электән белгән. Мәҫәлән, Ай тыуған һәм тулған көндәрҙә был эштәрҙе бөтөнләй башҡарырға ярамай. Ә бына үҫеп килеүсе ай көндәрендә ултыртҡан орлоҡтар тиҙ шытып сыға, улар яҡшы үҫентеләр һәм мул уңыш та бирә.

Айға ҡарап сәсһәң, уңышты мул алырһың...Айға ҡарап сәсһәң, уңышты мул алырһың...
Айға ҡарап сәсһәң, уңышты мул алырһың...

Орлоҡ ултыртыу өсөн уңышлы көндәр февралдә башлана. Үҫеп килеүсе Ай – 1-4,  21-28 фервалдәр буласаҡ. Тимәк, был көндө ең һыҙғанып эш башлай алаһығыҙ. Ә бына 6 – 19 фервалдәр помидор, татлы борос, баклажан кеүек йәшелсә орлоҡтарын ултыртыусылар мул уңыш алыуҙа шик юҡ. Айҙың был көндәре сәсеү эштәре өсөн иң уңышлыһы һанала.

Баҡсасыларға тағы ла бер кәңәш 5 һәм 20 февралдә, йәғни Ай тыуған һәм тулған көндәрҙә, сәсеү, күсереп ултыртыу эштәре менән шөғөлләнергә тырышмағыҙ. Орлоҡтарығыҙ шытып сыҡмаҫҡа, түтәлгә сығарып ултыртҡан үҫентеләрегеҙ ауырып ултырырға мөмкин.

 Фото: fermoved.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас