

Ҡала шарттарында крандан алынған хлорлы һыуҙы бер тәүлек ябылмаған һауытта тотҡандан һуң ғына һибергә ярай. Һыуҙың температураһы бүлмәнеке менән бер төрлө булырға тейеш. Һалҡын һыу гөлдөң тамырын зарарлай, сирләүенә, бөрөләрҙең ҡойолоуына сәбәпсе була.
❆ Йәйгеһен – ямғыр һыуы, ҡыш ҡар һыуы һибегеҙ.
❆ Эзбизле, йәғни артыҡ ҡаты һыу гөлдөң дошманы. Һыуҙы йомшартыу өсөн һибер алдынан бер нисә семтем лимон кислотаһы һалып болғатырға йәиһә бер биҙрә һыуға 100 г торф һалып тоторға кәрәк. Шулай уҡ минераль ашлама ҡушып та һибергә ярай. Тупраҡтың өҫтөн генә сылатып һыу һибеү зыянлы. Дым һауыттың төбөнә тиклем барып етмәйәсәк.
❆ Ҙур һауыттағыға ҡарағанда бәләкәйендә тупраҡ тиҙерәк кибә.
❆ Йәйге эҫе, ҡоро көндәрҙә бүлмә гөлдәренә һыуҙы иртәле-кисле һибегеҙ.
❆ Һыу әйләнеше яҡшы булһын өсөн тупраҡты даими йомшартып тороғоҙ.
https://ye102.ru/articles/mahsus/2018-01-11/g-l-g-yb-t-en-ti-ge-705638