

Егет иҫән. Уны Күмертау дауаханаһына килтергәндәр, реанимацияла ята. Табиптар уның баш һөйәге һынған, ти.
Машинист ашығыс тормозға баҫып, ныҡ итеп сигнал биргән дә ул, тик зыян күреүсе тимер юл буйлап ҡолағына наушниктар кейгән килеш атлаған булған, һөҙөмтәһе – ҡот осҡос хәл.
“Әлегә ул ауыр хәлдә, алға китеш юҡ. Табиптар Мәскәү белгестәре менән телекүпер булдырған, ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләйҙәр”, – тип хәбәр иткәндәр БР Сәләмәтлек һаҡлау министрлығынан.
Фото: readytospeak.ru