+1 °С
Ясно
Төрлөһөнән
30 Января 2023, 06:00

Бөгөн – Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу көнө

30 - ғинуар Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу көнө – һыуыҡ ҡыштың тамамланыуын аңлатҡан  боронғо мәжүсилек байрамы.  Күп Аллаға йәки рухи заттарға табынған ерле халыҡ йола буйынса был көндә, ғәҙәттә, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу тураһында әкиәт-легендалар һөйләгән, киләһе миҙгелдәргә уңыш юраған. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн – Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу көнөБөгөн – Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу көнө
Бөгөн – Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу көнө

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу
Беҙгә ап-аҡ тунын кейеп
Яңы Ҡыш бабай килә,
Ҡарһылыуы бергә елә,
Нур сәсеп көлә-көлә.

Килә бит Ҡыш бабай беҙгә
Күстәнәстәрен алып,
Яңы ҡыуаныстар алып,
Ҡуймағыҙ һуңға ҡалып.
Яңы йылда шат, бәхетле,
Уңған булыуы ябай -
Үтәгәндә һәр эшеңде
Теләгәнсә Ҡыш бабай.

(Р.Ниғмәтуллин)

Фото: boulares.com

Автор:
Читайте нас