+25 °С
Ясно
Төрлөһөнән
30 Января 2023, 04:05

Тәмле тел — ағыу, әсе тел — дарыу

Бер батша вәзиренә: – Бар әле, миңә донъяла иң татлы ризыҡты бешереп килтер, – тигән. Вәзир баҙарға барып тел һатып алған да, уны ҡыҙҙырып батшаға индергән. Батша хәҙрәттәре был ризыҡты маҡтай-маҡтай ашаған.

Тәмле тел — ағыу, әсе тел — дарыуТәмле тел — ағыу, әсе тел — дарыу
Тәмле тел — ағыу, әсе тел — дарыу

Икенсе юлы ул:

– Хәҙер миңә ер йөҙөндәге иң әсе ризыҡты килтер, – тигән.

Вәзир йәнә баҙарға барып, тағы ла тел һатып алған һәм уны бешереп батшаға керткән.

– Иң татлы ризыҡ һорағас, тел килтерҙең, иң әсене теләгәс, йәнә тел килтерҙең, – тигән батша, – быны нисек аңларға?

–И-и-й, Солтаным! – Башым менән ант итеп әйтәм, был донъяла телдән дә татлы һәм телдән дә әсе бер нәмә лә юҡ!

Фото: nkj.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас