+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән
1 Февраля 2023, 07:00

Һынамыштар

*Февралдең беренсе аҙнаһында тотороҡло һауа торошо һаҡланһа, йәй оҙон ямғырлы булыр. *Февраль һыуыҡ икән – йәй яҡшы килә.

ҺынамыштарҺынамыштар
Һынамыштар

*Февраль йылы булһа – яҙ һалҡын булыр.

*Февралдә бәҫ күп булһа – йәйгеһен ысыҡ күп төшөр, бал күп булыр.

*Февраль аҙағында боҙ һөңгөләре оҙон үҫһә – яҙ оҙаҡҡа һуҙыла.

*Февраль ҡарһыҙ – ҡоро йәй.

*Февралдә ҡар күп булһа – оҙон йәйгә ишара.

*Әгәр ҡыштың был айы буранлы икән, августа ямғыр көт, ужым игене уңасаҡ.

Фото: vsegda-pomnim.com

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас