+34 °С
Ясно
Төрлөһөнән
8 Февраля 2023, 05:00

Былар ҡыҙыҡлы

* 1979 йылдың 18 февралендә планетаның иң ҡоро урынында – Сахара сүллегендә ҡар яуа.

Былар ҡыҙыҡлыБылар ҡыҙыҡлы
Былар ҡыҙыҡлы
* Бөйөк Британия китапханаһында иң йыш урла­нылған әсбап – Гиннестың рекордтар китабы.
* Монако иленең милли оркестрында армия­һына ҡарағанда ла күберәк кеше иҫәпләнә.
* 1983 йылда Ватикан илендә бер бала ла тыумай.
* Африкалағы Нил йылғаһы ике тапҡыр туңа – IX һәм XI быуаттарҙа.
* Уолт Диснейҙың бала сағында өкөһө үлә, шуға күрә лә ул йәнһүрәт төшөрөп, йәнлектәргә йән өрөргә булып китә.
* Ике бөйөк яҙыусы – Шекспир менән Сервантес бер көндө вафат булалар. 1616 йылдың 23 апрелендә.
* Инглиз яҙыусыһы Вирджиния Вульф күпселек әҫәрҙәрен аяғөҫтө яҙа.
* Актриса Сара Бернар 70 йәшендә лә 13 йәшлек Джульеттаны сәхнәлә уйнай.
* Юлий Цезарь башында лавр венокты пеләшләнә башлауын йәшерер өсөн йөрөткән икән.
* Аляска флагын 13 йәшлек малай уйлап тапҡан.
 
Фото: obiografii.ru
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас