+24 °С
Болотло
Төрлөһөнән
9 Февраль 2023, 06:00

Көн торошо

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда йәнә йылыта. Бөгөн бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ күҙәтеләсәк. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы көндөҙ -4, -9 градус.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Йома, 10 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар, боҙлауыҡ фаразлана. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -7, -12 градус, аяҙытҡанда 17 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ -2, -7 градус.

Шәмбе, 11 февралдә, урыны менән йәнә бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -9, -14 градус, аяҙытҡанда 19 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ -5, -10 градус.

Фото: bryansk.bezformata.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас