+31 °С
Ясно
Төрлөһөнән
13 Февраля 2023, 04:00

Гәрәбә ташы

Гәрәбә борон замандарҙа ҡарағайҙарҙың диңгеҙгә ағып төшкән һутынан барлыҡҡа килгән, тип фаразлана.

Гәрәбә ташыГәрәбә ташы
Гәрәбә ташы

Ул осорҙа ҡояш әлегенән күпкә нығыраҡ ҡыҙҙырған. Ә ҡарағайҙан ағып төшкән сайырға ылыҫ, бөжәктәр кеүек төрлө нәмәләр ҙә йәбешкән. Шуға ғалимдар төрлө гәрәбәне тикшереп, унда ҡатып ҡалған һүрәттәр буйынса, 100 миллион йыл элек ерҙәге тормошто, унда ниндәйерәк йән эйәләре йәшәүен дә самалай.

Үтә күренеүсән быяла булмаған саҡта гәрәбә күҙлек, лупалар өсөн файҙаланылған. Ә гректар уның тартыу көсө булыуына әһәмиәт биргән.

Белгестәр гәрәбәне “ҡояш ташы” тип атай. Был таштың 79 проценты углерод, 10,5 проценты водород һәм 8,5 проценты кислородтан тора. Ул күңел төшөнкөлөгө, депрессиянанн ҡоткара, яҡшы кәйеф бүләк итә, тип һанала.
Литотерапевтар, гәрәбә баш өйәнәге, йоҡоһоҙлоҡ, ҡалған биҙе ауырыуҙары булғанда ярҙам итә, организмды Д витаминына тулыландыра, иммунитетты нығыта, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, тип раҫлай.

   Был затлы ташты тоҙло һыуға һалып тикшерәләр. Ысын таш һыуҙа батмай.

З. ЙӘҺҮҘИНА.

https://ye102.ru/articles/novosti/2023-02-10/g-r-b-fay-aly-tash-3137707

Фото: salesnip.ru

Автор:
Читайте нас