+29 °С
Ясно
Төрлөһөнән
13 Февраля 2023, 06:00

Көн торошо

Башҡортостанда яңы аҙна башы ҡарлы була. Синоптиктар фаразы буйынса, бөгөн, 13 февралдә, республикала бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -4, -9 градус тәшкил итәсәк.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Иртәгә, 14 февралдә, бер аҙ яуым-төшөм көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Төндә термометр бағанаһы -7, -12 градусҡаса төшәсәк, аяҙытҡанда -15, -20 градусҡа тиклем, көндөҙ -3, -8.

Шаршамбы, 15 февралдә, йәнә бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Төндә һалҡынайта.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас