+9 °С
Ясно
Төрлөһөнән
16 Февраля 2023, 06:00

Яман һүҙ - баш ҡаҙығы

Һүҙ арҡаһында кеше үпкә һаҡлай, һүҙ арҡаһында аралар боҙола. Ысынында һүҙ бер нәмә лә түгел ул. Шарҙы өрөп ҡабартһаң, ҙур булып күренеп тора бит. Ә эсе буш. Һүҙ ҙә шулай. Ни бары беҙ үҙебеҙ уға артыҡ иғтибар бирәбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр асыуын сығарыу өсөн юрамал юҡты һөйләй.

Яман һүҙ - баш ҡаҙығыЯман һүҙ - баш ҡаҙығы
Яман һүҙ - баш ҡаҙығы

Һинең турала насар һөйләйҙәр икән, мин дә берәйһе тураһында урынһыҙ һөйләнемме икән, тип уйлан башта. Ундай ғәйебең юҡ икән — борсолма. Ҡиәмәт көнөндә, ғәмәлдәребеҙ миҙанға ҡуйылғанда, әҙәм балалары: “Беҙҙе һөйләүселәр, урынһыҙға кәмһетеүселәр ниңә күберәк булманы икән?”- тип үкенерҙәр, тиелә изге китапта. Хурлаһындар, һүкһендәр, теләһә нимә әйтһендәр, шул ҡәҙәр һиңә сауабы ҡайта. Гонаһы һине һөйләүселәргә күсә. Беҙҙе һөйләүсе беҙҙе паклай, таҙарта. Ошоно аңлаһа, әҙәм үҙе яратмаған кеше тураһында бөтөнләй насар һүҙ әйтмәҫ ине...Яман һүҙ - баш ҡаҙығы бит ул.

Рәхимә МУСИНА.

Фото: blogia.com

Автор:
Читайте нас