

Өҙөп алған япраҡты яҡты урынға һыуға ҡуйырға кәрәк. Шулай тиҙерәк тамыр ебәрә. Был процесс тағы ла тиҙерәк барһын өсөн ярҙамсыл дарыуҙар ҡулланырға була. Әҙер препарат булараҡ “Корневин” йәки үҙебеҙ эскән ҡара күмер һәйбәт була.
Ҡайнап сығып, һыуынған һыуға бер төймә күмер һалабыҙ ҙа япраҡтарҙы шул һыуға ултыртабыҙ. Тамыр ебәрә башлағас, күмерле һыуҙы таҙаһына алмаштырырға мөмкин.
Өс аҙнанан һуң, тамыр ебәргән үҫентене тупраҡҡа күсереп ултыртырға була. Тәүҙә айырым стаканға, гөл япраҡтар ебәргәс, һауытҡа күсерергә.
Фото: cemicvet.mediasole.ru