Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең бер хәҙисендә был көндө ҡылған доғаларҙы Аллаһы Тәғәлә ҡабул итә торған бер сәғәт бар, тиелә. Әммә ҡайһы ваҡытҡа тура килеүе билдәһеҙ. Маҡсаты – мосолмандарҙы көнө буйы матур эштәр башҡарып, теләктәр теләп үткәрергә өндәү. Йомала балаларға бүләктәр биреп ҡыуандырыу, мохтаждарға ярҙам итеү, мәсеткә барыу, туғандар менән күрешеп, уларҙың хәлдәрен белеү, ҡәберҙәргә зыярат ҡылыу дини ғәҙәттәребеҙгә инә.