+13 °С
Ясно
Төрлөһөнән
27 Февраля 2023, 07:00

Эте менән бергә асыҡ люкка төшөп киткән

Кисә Өфө урамдарының береһендә ун йәшлек малай урамда эте менән уйнап йөрөгәндә асыҡ люкка төшөп киткән. Ҡаза күреүселәргә ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм медицина хеҙмәткәрҙәре ярҙамға килгән.

Эте менән бергә асыҡ люкка төшөп киткәнЭте менән бергә асыҡ люкка төшөп киткән
Эте менән бергә асыҡ люкка төшөп киткән

Ҡотҡарыусылар балаға һәм уның дүрт аяҡлы дуҫына соҡорҙан сығырға ярҙам иткән. Бәхеткә, улар икеһе лә йәрәхәтләнгмәгән.

Бәлә аяҡ аҫтында ғына ята шул. Люк өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр ни ҡараны икән, етмәһә ошондай ҡар-буранлы ҡыш көнөндә...

Фото: https://www.ufa.kp.ru/online/news/5157082/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас