+10 °С
Ясно
Төрлөһөнән
28 Февраля 2023, 13:00

Һинд риүәйәте

Юл буйында ярым ҡороған бер ағас ултырған. Япраҡтары ла бик һирәк, ботаҡтары ла ептәй нәҙек кенә булған. Ана үләм, бына йығылам, тип торған ағас эргәһенән кеше үтеп-һүтеп йөрөгән.

Һинд риүәйәтеҺинд риүәйәте
Һинд риүәйәте

Бер саҡ төндә бур үтеп барған. Алыҫтан уҡ шәүләне төҫмөрләп, был, моғайын мине эҙәрлекләүсе полициялыр тип ҡурҡҡан да ҡасып киткән.

Икенсе кистә шул уҡ ерҙән ғашиҡ кеше үткән. Ул әллә ҡайҙан уҡ матур һынды күреп, һөйгәненә оҡшатҡан һәм йөрәге дөп-дөп тибә башлаған.

Ағас янын әсә менән бала ла килгән. Ҡурҡыныс әкиәттәр тыңлап ҡото алынған сабый, юлда өрәк торалып тип, ҡысҡырып илап ебәргән.

Тик ағас тыныс ҡына ағас булып тора биргән.

Беҙ әйләнә-тирәне лә үҙебеҙ теләгәнсә, үҙебеҙ күрә алғанса күрәбеҙ шул...

 

Фото: multiurok.ru

Автор:
Читайте нас