

*1 мартта көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡшы килер, иген уңыр.
*Марттың беренсе шәмбеһендә ҡар яуһа, сәтләүек һәм ҡарабойҙай уңыр.
*Ҡара ҡарғалар иртә килһә, яҙ йылы булыр.
*Оҙон боҙбармаҡтар - яҙҙың оҙаҡҡа һуҙыласағына.
*25 мартта ҡар яуһа, арыш уңыр.
*Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
*Март йылы булһа, йәй һалҡын булыр.
*Яҙ көнө иретмәй, оҙаҡ туңдырып торһа, йәй ҡоро килер.
Фото: smartik.ru