

Икенсенән, ул кешеләрҙең күңелдәрен һаранлыҡ һәм шәфҡәтһеҙлек кеүек насар сифаттарҙан азат итә, зәкәт биреү һөҙөмтәһендә кешеләр йомартыраҡ һәм мәрхәмәтлерәк була башлай. Өсөнсөнән, зәкәт – Аллаһ ризалығы өсөн ниәт һәм ғәмәлдәреңде паклау. Зәкәт биреүсе ниәт һәм ғәмәлдәре өсөн Аллаһы Тәғәлә алдында яуап бирәсәге хаҡында һәр ваҡыт иҫендә тота һәм уның ҡанундары буйынса йәшәй башлай. Дүртенсенән, зәкәт йәмғиәтте социаль тигеҙһеҙлек арҡаһында килеп сыҡҡан ҡәнәғәтһеҙлектән арындыра. Бишенсенән, хәлле кешеләр ҙә ауыр ваҡыттарында ярҙамһыҙ ҡалмаясағын аңлай.
Фото: tulachi.ru