+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән
2 Марта 2023, 08:00

Мамыҡ шәлде ағартып буламы?

“Бигерәк яратып ябынған шәлем һарғайҙы. Элегерәк уны ағартып йыуырға яҡшы порошоктар сыға ине. Бәлки, берәй ысул менән яңынан ағартып булалыр?” Шәлдең һарғайыуына дөрөҫ йыуылмау сәбәпсе. Ябай порошок менән йыуырға ярамай, уның составында химик ағартҡыстар була, ул йөндө һарғайта.

Мамыҡ шәлде ағартып буламы?Мамыҡ шәлде ағартып буламы?
Мамыҡ шәлде ағартып буламы?

Водород перекисы, нашатыр спирты ярҙамында ағартып ҡарарға була. Тимер тасҡа 2 литр 40 градуслы ҡайнар һыу һалырға. Шуға 2 аш ҡашығы водород  перекисы, 2 аш ҡашығы нашатыр спирты ҡушырға. Шәлде иретмәгә һалып, 2-3 сәғәт тоторға. Оҙағыраҡҡа ҡалдырырға уйлаһағыҙ, һыуҙы яңынан йылытып алығыҙ, ул 30 градустан да кәмеп китмәһен. Һуңынан 2-3 тапҡыр таҙа һыуҙа сайҡарға һәм саҡ ҡына һығып, тигеҙ урынға йәйеп киптерергә. Шәл ултырып китмәһен өсөн, сит-ситтәрен эләктереп ҡуйығыҙ.

  Фото: https://matbugat.ru/

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас