+9 °С
Облачно
Төрлөһөнән
3 Марта 2023, 11:00

Төймә лә бүләк, дөйә лә бүләк

Тиҙҙән ҡатын-ҡыҙҙар байрамы - 8 март етә. Был көндө күп кенә ир-егеттәр яҡындарына нимә бүләк итергә тип баш ваталыр. Төймә лә бүләк, дөйә лә бүләк икәне аңлашыла, шулай ҙа беҙҙең кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ әле.

Добавить в предпочтительные источники Google
Төймә лә бүләк, дөйә лә бүләкТөймә лә бүләк, дөйә лә бүләк
Төймә лә бүләк, дөйә лә бүләк

Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙарға был байрамға осһоҙло бижутерия, экстремаль күңел асыу саралары (мәҫәлән, парашюттан һикереү), төрлө сувенирҙар, хужалыҡ, аш-һыу менән бәйле әйберҙәр, спорт йәки тренажер залына сертификат (улар быны фигураларының кәмселлегенә төрттөрөү тип аңларға мөмкин), йорт хайуандары, кейем-һалым, косметика, хушбуй, бирсәткә, ҡайыш, буш аҡса янсығы, ҡиммәтле магазинға бәләкәй суммаға сертификат бүләк итергә ярамай.

НИМӘ БҮЛӘК ИТЕРГӘ ҺУҢ?
Әсәйгә:
* Һауа дымландырғыс;
* СПА салонға сертификат;
* Ғәҙәти булмаған лампа;
* Массажер, йәки массаж салонына сертификат;
* Музейға йәки концертҡа саҡырыу ҡағыҙы (билет).

Ҡыҙҙарға:
* Балалар косметикаһы;
* Сымһыҙ наушник йәки колонка;
* Фотосессия;
* Смартфон;

* Шопинг;
* Аҡыллы сәғәт.

Һөйгән ҡыҙға:
* 3D лампа;
* Биҙәүестәр өсөн шкатулка (уның эсе буш булмаһын);
* Яратҡан хушбуйы;
* Пауэрбанк;
* Стилле портмоне;
* Смартфон өсөн лампа;
* Матурлыҡ салонына сертификат.

Ҡатындарға:
* Яратҡан гөлөн;
* Аҡыллы сәғәт, фитнес-беләҙек;
* Спорт аксессуарҙары (әгәр спорт
менән шөғөлләнһә);
* Шәмдәр артында романтик киске
аш, йәки ресторанға саҡырығыҙ;
* СПА, массаж салондарына сертификат;
* Яратҡан йырсыһының концертына билет;

* Массажер; 

Өләсәйҙәргә:
* Йылы шәл, плед, йөн тәпишкәләр;
* Тәмлекәстәр, сәйҙәр;
* Ортопедик мендәр;
* Хобби кәрәк-яраҡтары;
* Ҡулдан эшләнгән хуш еҫле һабындар;
* Магазинға йөрөү өсөн тәгәрмәсле сумка;
* Матур рамка эсенә ҡуйылған
иҫтәлекле фотолар.
Күреүегеҙсә, 8 мартҡа бүләк һайлау ҡатмарлы ла, бер үк ваҡытта ҡыуаныслы ла эш. Бүләк һайлағанда хаталанмаҫ өсөн ҡатын-ҡыҙҙың статусын, уның тормоштағы стилен, хоббиһын, һөнәрен, юмор хисен һәм һеҙҙең ниндәй кимәлдә аралашыуҙы иҫәпкә алығыҙ.

Фото: alltime.ru

https://ural-rb.ru/articles/common_material/2022-03-04/b-l-kte-d-r-ayla-2714955

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас