+16 °С
Облачно
Төрлөһөнән
21 Марта 2023, 08:00

Помидор ҡар һыуын ярата

Тәҙрә төптәрегеҙҙә, матур ғына итеп йәшелләнеп, йәшелсә, сәскә үҫентеләрегеҙ гөрләп үҫәлер инде. Ниһайәт, көндәр ҙә оҙонайҙы, ҡояш та күренде. Уларға үҫеү өсөн тейешле шарттар ҙа тыуҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Помидор ҡар һыуын яратаПомидор ҡар һыуын ярата
Помидор ҡар һыуын ярата
Помидор үҫентеһе 18 – 25 градус йылылыҡта үҫә. Температураны түбән төшөрһәгеҙ, ул төрлө сиргә бирешә. Уға иртәнсәк бүлмә температураһындағы һыуҙы ғына һибергә ярай. Тупраҡ дымлы булып торорлоҡ итеп кенә ҡойорға кәрәк. Ләкин иң яҡшыһы – ҡар һыуы. Һыуҙы үҫенте төбөнә һипмәгеҙ, япрағына ла тейҙермәгеҙ.
Томатҡа ныҡ булып үҫеү өсөн туҡлыҡлы матдәләр ҙә кәрәк. Помидор үҫентеләрен шытҡандан һуң өс аҙна үткәс айырым һауытҡа ултырталар. Бер аҙнанан һуң ғына ашлама һибегеҙ. Иң яҡшыһы – ҡош тиҙәге. Әсетелгән һыйыр тиҙәген ҡулланмай тороғоҙ. Унда паразит селәүсендәрҙең йоморт­ҡалары булыуы мөмкин. Улар тупраҡты зарарлай. Ашламаларҙы үрсетмәгә һыу һипкәс кенә һалалар. Был талапты үтәмәһәгеҙ, тамырҙарын яндырыуығыҙ ихтимал. Көл дә – яҡшы ашлама.
Үрсетмәләрҙең аҫҡы япраҡтары һарғайып ҡойола башлаһа, азот етмәй тигән һүҙ. Бындай осраҡта «Азофоской» ашламаһы ярҙамға килер. “Унифлор-бутон”, “Кемира-люкс" һәм "Аквадон-микро" препараттары ла яҡшы. Үҫентеләрегеҙ үҫмәй ултырһа, тимәк, яҡтылыҡ һәм тимер етмәй.
Күп баҡсасы үрсетмәне лампалар аҫтында үҫтерә. Уны үҫемлек өҫтөнән 5 – 7 см бейеклектә урынлаштырырға кәрәк. Буйға үҫкән һайын лампаны ла күтәрә баралар. Баклажан менән помидор яҡтылыҡҡа туймай, көнөнә 11– 12 сәғәт яҡты кәрәк, татлы боросҡа 7 сәғәт тә етә.
Помидорҙарҙы айырым һауыттарға күсереп ултыртҡансы тупраҡты баҡыр хлорокисе – “Хом” препараты эретмәһе менән эшкәртеп алыу ҡама­сауламаҫ. Йәшелсә фитофтора менән сирләмәҫ.
Онотмағыҙ, ваҡытында тәрбиәләгән үҫентеләр генә мул уңыш бирә һәм сирҙәргә бирешмәй.
 
https://ye102.ru/articles/mahsus/2020-04-06/pomidor-ar-yuyn-yarata-738067
Автор:
Читайте нас