+10 °С
Ясно
Төрлөһөнән
21 Марта 2023, 07:00

Водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу срогы өс йылға оҙайтыла

2012 һәм 2013 йылдарҙа алынған водитель таныҡлыҡтарының ғәмәлдә булыу срогы өс йылға оҙайтылды. Был хаҡта Эске эштәр министрлығы башлығы Владимир Колокольцев хәбәр итә. Ведомство коллегияһының киңәйтелгән ултырышында төп доклад менән сығыш яһап, уның етәксеһе бындай водитель таныҡлығын оҙайтыу кәрәкмәүе хаҡында белдерҙе. 

Водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу срогы өс йылға оҙайтылаВодитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу срогы өс йылға оҙайтыла
Водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу срогы өс йылға оҙайтыла

Документтың ғәмәлдә булыу ваҡыты автоматик рәүештә өс йылға оҙайтыла. 2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклемге осорҙа транспорт йөрөтөүгә таныҡлыҡтары тамамланған водителдәргә «Дәүләт хеҙмәттәре» аша документты алмаштырыуға ғариза бирергә һәм ЮХХДИ-ға барырға кәрәкмәй. Колокольцев һүҙҙәренсә, ҡарар Рәсәй Эске эштәр министрлығы органдарына йөкләмәне кәметеү һәм автомобиль хужаларына уңайлы булһын өсөн ҡабул ителгән.

Фото: info.sibnet.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас