+7 °С
Ясна
Төрлөһөнән
21 Март 2023, 06:00

Яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта

Бөгөн яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән көн, йәғни Наурыҙ байрамы! Нимәһе ҡыҙыҡ, СССР-ҙа был байрам оҙаҡ ваҡыт тыйыу аҫтында булған. 1926 йылдан алып Советтар Союзында йәшәүселәргә Пасха менән Наурыҙҙы үткәрергә ҡушылмаған.

Яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡыттаЯҙғы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта
Яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта

40 йылдан ашыу ваҡыт үткәс кенә, 1967 йылда, Мәскәү был тыйыуҙарҙы юҡҡа сығарған. Тарихсылар быны Яҡын Көнсығыштағы сәйәсәт, атап әйткәндә, Иран менән мәҙәни мөнәсәбәттәрҙең нығыныуы менән бәйләй. 2009 йылда Наурыҙ ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫ исемлегенә индерелде, 2010 йылда БМО-ның Генассамблеяһы уны Халыҡ-ара көн тип белдерҙе.

Фото: kak2z.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас