

*Гәлсәр һауыттарҙы эҫе һыуҙа йыумағыҙ – тоноҡланыуы ихтимал.
*Йылы һыуға аҙ ғына һеркә йәки аш тоҙо өҫтәһәгеҙ, быяла һауыт-һаба таҙараҡ, үтә күренмәле буласаҡ.
*Кәстрүлегеҙҙе утта оҙаҡ тотоп яндырғанһығыҙ икән, борсолмағыҙ: бер ҡалаҡ сода өҫтәлгән ҡайнар һыу һалып, бер аҙға ситкә ҡуйып тороғоҙ һәм оҙаҡ ҡайнатығыҙ.
*Табаны ялтыратҡансы таҙартырға теләһәгеҙ, унда 200 мл. һеркә һәм шунса күләмдәге һыу ҡайнатып, аҙаҡ аш содаһы өҫтәгеҙ. Реакция бөткәндән һуң, һыуҙы түгеп, табаны яҡшылап һөртөгөҙ һәм сайҡағыҙ.
*Сәйнүккә ултырған юшҡынды таҙартыу өсөн 1:2 нисбәтендә уксус һәм һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуйығыҙ. Сәйнүктең моронон ҡапларға онотмағыҙ. Аҙаҡ яҡшы итеп йыуығыҙ.
*Бысаҡ һәм ҡайсыларҙы ярты сәғәткә тоҙло һыуға һалып торһағыҙ, үткерләүе еңел булыр.
Фото: YouTube