

Серотонин етешмәгәндә, кеше, үҙе лә һиҙмәҫтән, икмәк һәм башҡа крахмаллы аҙыҡтарҙы күп ҡуллана башлай.
Икмәк ашау теләген кәметеү өсөн тәбиғи дарыу – L-триптофан эсеп ҡарарға була. Ул сәләмәт туҡланыу кибеттәрендә һатыла.
L-триптофан серотонинға әүерелә. Уны йоҡо алдынан эсеү яҡшыраҡ. Серотонин йоҡлап китергә ярҙам итә һәм ул яҡшы йоҡлата.
Шулай уҡ, ул икмәк кенә түгел, шоколад ашау теләген бөтөрә, депрессияны кәметә.
Фото: ru.healthierculinary.com