

Ниәт ҡылынғандан һуң беҙ көнө буйына ашамаҫҡа-эсмәҫкә һәм хәләл ефетебеҙ менән яҡынлыҡ ҡылыуҙан тыйылырға тейешбеҙ.
Ҡояш байыу менән бер йотом һыу йә тоҙ менән, емештәр менән ауыҙ асыу яҡшы. Ошондай доға уҡыла: “БИСМИЛЛӘҺИР-РАХМӘӘНИР-РАХИМ. АЛЛАҺҮММӘ-РАХМӘӘНИР-РАХИИМ. АЛЛАҺҮММӘ ЛӘКӘ СҮМТҮ ҮӘ БИКӘ ӘМӘНТҮ ҮӘ ҒӘЛӘЙКӘ ТӘҮӘККӘЛТҮ ҮӘ ҒӘЛӘ РИЗҠИҠӘ ӘФТАРТҮ ҮӘ ЛИСАУМИ ҒАДИМ МИН ШӘҺРИ РАМАҘАНӘ НӘҮӘЙТҮ ФӘҒ-ФИРЛИ МӘ ҠАДДӘМТҮ ҮӘМӘ ӘХХАРТҮ".
Мәғәнәһе: “Эй, Раббым! Һинең ризалығың өсөн генә тип ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләйем. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым, иртән тағы ла ураҙаға инергә ниәт иттем. Эй, гонаһтарымды ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә эшләгән гонаһтарымды ла, эшләү ихтималы булһа, киләсәктәгеләрен дә ғәфү ит!”
"Аҙашҡан мөхәббәт" төркөмөнән.