

Нейтраль рнΗ-лы тәбиғи шампунь һатып алығыҙ. Балалар өсөн тәғәйенләнгән ябайҙы файҙаланырға ла була. Уға розмариндың, лимондың эфир майын һәм ике тамсы Е витамины ҡушырға кәрәк. Барыһы ла дарыуханаларҙа бар.
Әҙерләү.
Шампунгә унышар тамсы розмарин һәм лимон майы тамыҙығыҙ. Аҙаҡ ике капсула Е витамины өҫтәгеҙ. Яҡшы итеп болғатығыҙ.
Нисек файҙаланырға? Көн аша ҡулланыу мөһим. Дымлы сәсегеҙгә һалығыҙ һәм массаж яһаған хәрәкәттәр менән бер нисә минут дауамында баш тиреһенә һөртөгөҙ. Ун минутҡа ҡалдырып тороғоҙ, аҙаҡ йылы һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.
Һөҙөмтә һәр кемде ҡыуандырыр. Сәләмәт булайыҡ!
Фото: shop-argo.ru
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2023-03-17/s-sem-yo-ar-y-ni-eshl-rg-3181743