+7 °С
Ясно
Төрлөһөнән
23 Марта 2023, 05:00

Духовканы нисек таҙартырға?

Духовканы еңел генә таҙартыу юлы бар. Уның өсөн ҡиммәтле таҙартыу саралары һатып алырға ла кәрәкмәй.

Духовканы нисек таҙартырға?Духовканы нисек таҙартырға?
Духовканы нисек таҙартырға?

Бының өсөн беҙгә:

- кер һабыны, киҫәктең 1/5 өлөшө;

- аш-һыу содаһы;

- аш һеркәһе кәрәк буласаҡ.

Һабынды кырғыстан үткәреп ҡуйығыҙ. 1 стакан йылы һыуға 1 аш ҡалағы аш һеркәһе, 2 сәй ҡалағы сода һалығыҙ ҙа ошо ҡатнашманы алдан әҙерләнгән һабын өҫтөнә һалып, яҡшылап болғатығыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы духовка эсенә, ишектәренә һөртөгөҙ һәм 2 – 3 сәғәткә ҡалдырығыҙ. Һуңынан губка менән дә йыуып алып буласаҡ.

Әйткәндәй, шашлыҡ бешерә торған сетка, шампурҙарҙы ла, табаларҙы ла ошо рәүешле таҙартырға мәмкин.

Фото: YouTube

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас