+13 °С
Ясна
Төрлөһөнән
28 Март 2023, 09:00

Яҡташтарыбыҙға һәйкәл ҡуйыласаҡ

Бөгөн Ырымбурҙа тамашасыларға Юрий Шатуновҡа һәм «Ласковый май» төркөмөнә нигеҙ һалыусы Сергей Кузнецовҡа һәйкәл проектын тәҡдим итәсәк. РИА Новости мәғлүмәттәре буйынса, эскиздар скульптура пластилинынан эшләнгән, ә һәйкәлдең үҙен баҡырҙан ҡойорға ниәтләйҙәр.

Яҡташтарыбыҙға һәйкәл ҡуйыласаҡЯҡташтарыбыҙға һәйкәл ҡуйыласаҡ
Яҡташтарыбыҙға һәйкәл ҡуйыласаҡ

Һәйкәл йырсы тәрбиәләнгән балалар йорто янында урынлаштырыласаҡ. Проект авторы – билдәле скульптор Александр Сукманов. Был эшкә ул музыканттарҙың дуҫтарының үтенесе буйынса тотонған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Юрий Шатунов 2022 йылдың 23 июнендә 48 йәшендә вафат булды. Йырсы Күмертау ҡалаһында тыуған. "Аҡ розалар", "Алһыу кисә", "Бала саҡ" йырҙары һәм башҡа бик күп йырҙар артистҡа ҙур популярлыҡ килтерә. Шатуновтың тыуған ерендә лә уның иҫтәлеген мәңгеләштерергә ниәтләйҙәр.

 

Фото: Башинформ, ria56.ru

Яҡташтарыбыҙға һәйкәл ҡуйыласаҡ
Яҡташтарыбыҙға һәйкәл ҡуйыласаҡ
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас