Теплицаға ултыртыу өсөн алдан шытым әҙерләп ҡуйырға булһағыҙ, диаметры ун сантиметрҙан ҙурыраҡ булған һауытҡа бер генә ҡыяр ултыртығыҙ. Ә шытым асыҡ түтәлгә ултыртыуға әҙерләнһә, киреһенсә, бәләкәсерәк һауыт кәрәк булыр.
Ҡыяр орлоғо һауа етмәүгә тиҙ бирешә. Шуға һауыттарҙағы ер еңел һәм йомшаҡ булыуы шарт.
Орлоҡ сәселгән һауыттарҙың өҫтөн пленка менән ҡаплап, йылы урынға ултыртырға кәрәк. Улар 3-5 көндән морон төртөр. Һыуҙың температураһы ла ошо оҡ градуста булыуына иғтибар итегеҙ. Үҫентеләр 4-7 көнлөк булғас, температураны 16-18 градусҡаса еткерергә була. Был осраҡта үҫентеләр оҙонлоҡҡа китмәҫ.
Ә орлоҡтарҙы ултыртыр алдынан уларҙы махсус рәүештә әҙерләйһегеҙме, юҡмы? Быйыл мотлаҡ беҙҙең кәңәшкә ҡолаҡ һалығыҙ: марганцовка йәки биологик препараттар араһынан гумат +7, экстрасолом, гамаир, алирином, трихоцином кеүек зарарһыҙ, әммә файҙалы препараттар менән уларҙы инструкцияла яҙылған дәүмәлдә алдан эшкәртеп алығыҙ.
Ҡыярҙы иртәрәк ашай башлар өсөн ҡайһы мәлдә ултыртырға һуң? Теплицаға ултыртыласаҡ ҡыярҙы 20 апрелдән һуң асыҡ түтәлгә йә иһә майҙың беренсе декадаһында ултыртырға кәңәш ителә. Был осраҡта ҡыярҙы күршеләрегеҙҙән бер айға алдараҡ ашай башларһығыҙ. Тимәк, 1 июнгә өҫтәлегеҙҙә тәүге ҡыяр буласаҡ.
Әгәр ҡыярға йылы етмәһә, ул оҙонға үҫә башлаясаҡ. Был осраҡта уны тәрәнгәрәк төртөп, йә ер өҫтәп ҡотҡарырға була. Теплицаға, йә асыҡ түтәлгә ултыртыласаҡ үҫентенең 3-4 япрағы булырға тейеш. Ер һәйбәт икән, ҡыярға өҫтәмә ашламалар индереү кәрәкмәй. Шулай ҙа, үҫентеләр сибегерәк күренһә, минераль ашлама индерергә кәрәк буласаҡ. Быны шытымдар сығыуға ике аҙна үткәс эшләргә кәрәк, икенсе тапҡыр ашламаны үҫентене күсереп ултыртыр алдынан бер-ике көн алдан индерегеҙ. Ашлама 10 литр һыуға бер аш ҡалағы самаһы алына, - ти Лилиә Айҙар ҡыҙы.
Фото: umsad.ru
Лилиә НУРЕТДИНОВА.