+15 °С
Облачно
Төрлөһөнән
3 Апреля 2023, 07:00

Йәштәр театры премьераға саҡыра

5 һәм 6 апрелдә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса «Ауыл советы, Враль һәм Адвокат» спектакленең премьераһы була. 1987 йылда яҙылған әҫәр тамашасыларға эскерһеҙ, ярҙамсыл һәм игелекле өс дуҫтың яҙмышы, йылдар аша һыналған дуҫлыҡ хаҡында бәйән итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәштәр театры премьераға саҡыраЙәштәр театры премьераға саҡыра
Йәштәр театры премьераға саҡыра

«Был ваҡиғаларға бик күп йылдар үтһә лә, әҫәрҙең фәһеме үҙгәрмәй. Тамашасылар актерҙар менән бергә дуҫлыҡтың һәм ғәҙеллектең әһәмиәтен билдәләй ала», — тине «Башинформ»ға спектаклдең ҡуйыусы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов.

Спектаклдә Башҡортостандың халыҡ артистары Мәғәфүр Усманов, Венер Камалов, Илсур Хәбиров, Рушанна Бабич, Гөлшат Ғайсина; республиканың атҡаҙанған артистары Рәмзил Сәлмәнов, Гөлбинә Сафуанова, Гөлсөм Бикбулатова, Илгиз Таһиров, Шәһит Хамматов һәм театр актерҙары Вадим Ҡылысов, Салауат Юлдашбаев, Ләйсән Миңлеғәлиева, Динислам Сафин, Әбйәлил Үтәбаев, Гөлсәсәк Зарипова, Гилүс Минһажев ҡатнаша.

Инсценировка авторы — Владимир Жеребцов, спектаклдең ҡуйыусы рәссамы — Искәндәр Бакиров, костюмдар буйынса рәссам — Әлиә Байрамғолова, хореограф — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина, композитор — Вәсил Ғафаров, башҡорт теленә тәржемәсе — Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева, яҡтыртыу буйынса рәссам —  Светлана Насонова.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-03-31/v-ufe-molodezhnyy-teatr-priglashaet-na-premieru-po-povesti-mustaya-karima-derevenskie-advokaty-3199640

Автор:
Читайте нас