+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән
4 Апреля 2023, 05:00

Һеҙ ураҙа тотаһығыҙмы?

Дүрт егет бер ҡартты күрәләр. Ул кеше күҙенән йәшерен генә урында Рамаҙан айында ашап ултыра ти. – Олатай, һеҙ ураҙа тотмайһығыҙмы ни? – тип һорай егеттәр унан.

Һеҙ ураҙа тотаһығыҙмы?Һеҙ ураҙа тотаһығыҙмы?
Һеҙ ураҙа тотаһығыҙмы?

– Мин ураҙа тотам. Мин бары тик ашайым, эсәм генә.

Егеттәр көлөп ебәрә.

– Һеҙ нисек тотаһығыҙ һуң?

Бабай яуап бирә: “Мин ғәйбәт һөйләмәйем, берәүгә лә юғарынан ҡарамайым. Бер кемдән дә көлмәйем. Асыуланмайым. Берәүгә лә зыян һалмайым. Мин Аллаһы Тәғәләне зикер итәм. Берәүҙең дә милкенә көнләшеп ҡарамайым. Ләкин...ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең ашҡаҙаным ауырта, шуға күрә ашамайынса тора алмайым”.

Һуңынан ул егеттәргә: “Ә һеҙ ураҙа тотаһығыҙмы, балалар?”

Егеттәр баштарын эйҙе. Береһе уңайһыҙланып яуап бирҙе: “Юҡ, беҙ ашамайбыҙ ғына, олатай...”

Фәнүз ХӘБИБУЛЛИН.

Фото: pixabay.com.

Автор:
Читайте нас