

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының рәсми сайты хәбәр итеүенсә, быйыл (1444 һижри йылда) фитыр саҙаҡаһын тормош дәрәжәһе уртаса булғандар – 150 һум, хәлле кешеләр, байҙар 900 һум күләмендә бирә.
Рамаҙан айында зәкәт бирелһә, башҡа айҙарға ҡарағанда сауабы күберәк була. Быйыл зәкәт нисабы, Рәсәйҙәге алтын хаҡы менән иҫәпләгәндә, 380 мең 670 һум. Әгәр мосолмандың 380 мең 670 һум аҡсаһы булһа, ул аҡса бер йыл дауамында ҡуҙғатылмаһа, шуның ҡырҡтан бер өлөшө, йәғни 2,5 проценты, зәкәт итеп бирелә. Был тиклем аҡсаһы булмағандарға зәкәт биреү мәжбүри түгел, сөнки уларҙың аҡсаһы нисабҡа етмәгән була.
Фото: tatar-duslyk.ru