+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән
10 Апреля 2023, 12:20

Хужабикәгә кәңәштәр

Тормош-көнкүрештә кәрәге тейер файҙалы кәңәштәрҙе белеү бер ҡасан да зыян итмәй. • Ярманы оҙаҡ йыумағыҙ. Юғиһә, уның 30 процент самаһы витамины юҡҡа сыға.

Хужабикәгә кәңәштәрХужабикәгә кәңәштәр
Хужабикәгә кәңәштәр
  Аҙыҡты ҡурыр өсөн үҫемлек майы ҡулланығыҙ. Һыйыр майы менән сағыштырғанда, ул зарарлы әсетмәләрҙе әҙерәк бирә. Шуны ла онотмағыҙ, үҫемлек майын ябыҡ һауытта, ҡараңғы урында һаҡлайҙар.
  Май таптары һеңгән эш кейемен йыуыу өсөн кер һабынының бер өлөшөн ваҡлап, 1 литр ҡайнаған һыуға һалалар, һуңынан һыуынған иҙелмәгә ярты литр кәрәсин һәм 1 аш ҡалағы кер содаһы өҫтәйҙәр. Әҙерләнгән ҡатнашма менән кейемде ышҡып, тығыҙ итеп төрөп, бер тәүлеккә ҡалдыралар. Аҙаҡ һабынлы ҡайнар һыуҙа ике тапҡыр йыуалар һәм йылы һыуҙа бер нисә ҡат сайҡаталар.
  Йөн әйберҙәрҙе тиҫкәре яғын әйләндереп йыуыу һәйбәтерәк, төҫө уңмаһын өсөн киптетергә лә тиҫкәре яғы менән элегеҙ.
 
Фото: yandex.com
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2019-10-08/k-shem-ola-al-602542
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас