+23 °С
Ясно
Төрлөһөнән
11 Апреля 2023, 08:00

Яңы ғына йорт һатып алған булғандар

Татарстандың Башҡортостан менән сиктәш Аҡтаныш районы Татар Ямалы ауылында оло фажиғә булған. Кисә унда бер юлы 5 йорт янып, мейестәре генә тырпайып ултырып ҡалған.

Яңы ғына йорт һатып алған булғандарЯңы ғына йорт һатып алған булғандар
Яңы ғына йорт һатып алған булғандар

Янғын кискә табан сыға. Кеше йәшәмәгән өй янып китә. “Бер инәй баҡсаһында сүп-сарын яндырырға уйлаған, ә ут ялҡындары ҡоро ҡураға күскән”, ­– ти ауыл халҡы. Йорттар үҙ-ара яҡын урынлашҡан, ут күрше ҡураға һикерә, шул рәүешле, янғын 5 өйҙө юҡ итә. Йорттарҙың береһен яңы ғына һатып алған булғандар. Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, тиҙәр, фотоларға күҙ һалһаң, был һүҙҙәрҙең хаҡлығына йәнә бер ҡат ышанырһың.

Яҙ етеү менән хәүефле мәлдәр беҙҙе баҫтырып ҡына йөрөй, һаҡ булайыҡ, шул сүп-сар яндырыуҙан күпме күңелһеҙ осраҡтар булып тора бит.

Фото: https://intertat.tatar/

Яңы ғына йорт һатып алған булғандар
Яңы ғына йорт һатып алған булғандар
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас