+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән
15 Апреля 2023, 08:00

Буҙа ҡойоу рецебы

Буҙа ҡойоу өсөн кәрәк буласаҡ: һыу - 1 литр, "геркулес" ярмаһы - 0,7 грамм,  аҡ май - бер ҡалаҡ, кисель - самалап, магазин ҡымыҙы - 1-2 стакан, шәкәр - 1 стакан  

Буҙа ҡойоу рецебыБуҙа ҡойоу рецебы
Буҙа ҡойоу рецебы
Эшләү тәртибе:
Һыуыҡ һыуға "Геркулес" ярмаһы һалып, 5-10 минут ултыртып бүрттерәбеҙ. Талғын утта бер сәғәт ҡайнатабыҙ, бер ҡалаҡ аҡ май һалабыҙ һәм бер туҡтауһыҙ болғатып торабыҙ. Бер сәғәт үткәс, кеҫәл һымаҡ массаны иләк аша һөҙөп, һыуытырға ҡуябыҙ. Һыуытылған массаға 1-2 стакан магазин ҡымыҙы, 1 стакан шәкәр өҫтәп бутайбыҙ ҙа, бер тәүлеккә йылы урынға ултыртып ҡуябыҙ. Теүәл бер тәүлектән телеңде йоторлоҡ башҡорт милли эсемлеге әҙер буласаҡ!
 
https://vatandash.ru/articles/eda_i_sovetu/2021-02-11/bu-a-oyou-retseby-1198892
Автор:
Читайте нас