-3 °С
Облачно
Төрлөһөнән
15 Апреля 2023, 05:00

Иң оҙон йүкә аллеяһы ултыртыла

Өфөлә Рәсәйҙәге иң оҙон йүкә аллеяһы барлыҡҡа килә, тип хәбәр иттеләр баш ҡала мэрияһынан. Әле Өфөлә йыл һайын ойошторолған «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһына әҙерлек әүҙем бара.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң оҙон йүкә аллеяһы ултыртылаИң оҙон йүкә аллеяһы ултыртыла
Иң оҙон йүкә аллеяһы ултыртыла

«Ошо күләмле акция барышында, 26 апрелдә, Октябрь проспекты буйлап «Ҡалала йәшәүселәр» аллеяһы ултыртыла. 4-4,5 метр бейеклегендәге йүкә үҫентеләре әҙер», - тип билдәләнеләр Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә.

 22 апрелдән 13 майға тиклем Башҡортостанда бишенсе тапҡыр «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы  ойошторола, акцияны үткәреүҙең берҙәм көндәре тип 29 апрель һәм 13 май билдәләнгән. Унда 90 меңдән ашыу кеше һәм 1700 берәмек техника ҡатнашыр тип көтөлә.

Яҙғы акция барышында 24 мең бейек ағас һәм 57 меңдән ашыу башҡа үҫентеләр ултыртыла.

Фото: m.fotostrana.ru

Автор:
Читайте нас