

Әммә бер көндө Елгә был әҙ һымаҡ тойола. Һәм ул бер кемдә лә, бер ҡасан да булмаған мөхәббәт хаҡында хыяллана. «Әгәр мин Сәскәгә бөтә һөйөүемде һәм наҙымды бүләк итһәм, ул да миңә бынан да ҙурыраҡ мөхәббәт һәм ләззәт менән яуап бирәсәк», – тип уйлай. Һәм Ел Сәскәгә шундай көслө итеп өрөп ебәрә. Әммә Сәскә бындай көслө елгә түҙә алмай, һынып, ергә ҡолай. Ел, Сәскәгә йән индерергә теләп, үҙенең мөхәббәтле тыны менән өрөп ҡарай. Тик бушҡа. Шул саҡ Ел Сәскәгә:
– Мин һиңә бөтә мөхәббәтемде бирҙем. Бындай мөхәббәтте әле береһе лә күргәне юҡ. Ә һин шундай уҡ һөйөү менән яуап бирмәнең. Һин мине яратмайһың һәм бер ваҡытта ла яратманың, – ти.
Әммә Сәскә бер ни тип тә яуап бирә алмай, ерҙә һушһыҙ ятыуын белә.
Ел ерҙә ятҡан Сәскә эргәһендә өйрөлә, аҡланда ҡот осҡос ғәрәсәт барлыҡҡа килә.
Тик наҙ һәм түҙемлек кенә мөхәббәтте оҙаҡ йәшәтә. Бер тапҡыр һындырғансы, йөҙ тапҡыр тыйылып ҡалырға кәрәк! «Мин һине яратам», – тип әйтергә бер секунд ваҡыт етә, ә нисек итеп яратыуыңды күрһәтеү өсөн тотош ғүмер үтә.