

Магазинға йөрөй алмаған ҡарт хәйер аҡсаһын нимә эшләтһен? Әлбиттә, аҡсаға мохтаж ҡарттар ҙа бар, әммә кешегә ҡарт булғаны өсөн генә хәйер биреүҙең бер мәғәнәһе лә юҡ. Шуға ла изгелек эшләргә теләйһегеҙ икән, ярҙам ҡулын мохтаждарға һуҙығыҙ! Кемдер бер мең һум аҡсаға мохтажлыҡ кисерһә, кемдер бер тапҡыр шылтыратып хәл белешеүҙән, ауырып ятҡанда бер йотом һыу эсереүҙән генә рәхмәтле буласаҡ.
ҡайсаҡ кеше башҡалар ҙа күрһен, уға эйәрһен өсөн саҙаҡаны мохтаждарға күрһәтеп бирә. Әгәр уның ниәте башҡаларҙың йөрәгендә изгелек уятыу ғына икән, һәйбәт.
Хоҙай Тәғәлә: «Хәйерҙе асыҡтан-асыҡ бирәһегеҙ икән – һәйбәт, әгәр ҙә уны ярлыларға башҡаларға күрһәтмәй генә бирһәгеҙ – тағы ла яҡшыраҡ...» («Һыйыр» сүрәһе, 271), – тип әйткән. Ошо һүҙҙәрҙән күренеүенсә, ҙур сауап алырға теләгәндәр хәйерҙе күрһәтмәй генә бирергә тейеш. Ундай хәйерҙең асыҡтан-асыҡ бирелгәненән етмеш тапҡырға һәйбәтерәк икәнлеген күрһәткән хәҙис бар. Шуға ла бөтәбеҙ ҙә беләйек: хәйер Аллаһы Тәғәлә өсөн бирелә, кемдер һине йомарт тип маҡтаһын өсөн түгел.
Тағы ла шуныһы – кемгәлер хәйер биргәнһегеҙ икән, ул кешенең саҙаҡаны нисек, ҡасан, нимә өсөн тотоноуын тикшереп йөрөмәгеҙ. Миҙалдың икенсе яғы ла бар: мосолмандар диндәштәренә ярҙам итергә тейеш, хәйер мосолмандарға бирелә. Тимәк, хәйерҙең хәрәмгә тотонолмаясағына ышаныс бар. Етем балаларҙы ла онотмағыҙ. Тик был урында тағы ла хәйерҙең аҡса ғына түгел, ниндәйҙер башҡа төр ярҙам да була алыуын иҫегеҙгә төшөргө килә.
Хәрәм юл менән табылған байлыҡтан бирелгән саҙаҡаны Хоҙай Тәғәлә ҡабул итмәйәсәк. Уның быға мохтажлығы юҡ. Әммә хәрәм юл менән эшләнгән аҡсаны тулыһынса кемгәлер ярҙам итеп күсерәһегеҙ икән, һәйбәт буласаҡ. Сауабы булмаһа ла, гонаһығыҙ юйыласаҡ.
Хәйер итеп биреү өсөн әйберҙең сифатлыһын һайлайҙар. Үҙең яратҡан нәмәне хәйер итеп бирә белеү иманлы булыуҙы күрһәтә. ҡыҫҡаһы, хәйер «исем өсөн» түгел, ярҙам өсөн булырға тейеш.
Бөтә нәмә лә Хоҙай Тәғәләнең ҡушыуы, теләге буйынса башҡарыла. Кемгәлер – байлыҡ, кемгәлер – талант, кемгәлер сир бирелә. Ләкин быларҙың бөтәһе лә һынау өсөн генә, мәңгелек түгел. Шуға ла ҡаҙанған байлыҡты Аллаһы Тәғәлә өсөн дөрөҫ ҡулланыуҙан да һәйбәтерәк юл юҡ. Хәйер бирергә лә, мохтаж булһағыҙ, алырға ла тартынмағыҙ!
Фото: ВКонтакте