+11 °С
Ясно
Төрлөһөнән
17 Апреля 2023, 05:00

«Аҡ тирмә» - «Мөғжизәләр яланы»нда

Мәскәүҙең «Аҡ тирмә» башҡорт фольклор коллективы солистары Лилиә һәм Ринат Хәбировтар Беренсе каналдың «Мөғжизәләр яланы» капитал-шоуында ҡатнашты.  Улар Башҡортостандың Мәсетле районында тыуып үҫкән. Күп йылдар инде Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ милли йыр-бейеү сәнғәтенең бай традицияларын пропагандалай.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Аҡ тирмә» - «Мөғжизәләр яланы»нда«Аҡ тирмә» - «Мөғжизәләр яланы»нда
«Аҡ тирмә» - «Мөғжизәләр яланы»нда

Йола буйынса, билдәле фольклор коллективы артистары студияға милли кейемдә килгән. Ринат башҡорт халыҡ йыры «Ҡара юрға»ны башҡарһа, Лилиә бейене. Күстәнәскә Лилиә әсәһе менән ваҡ бәлеш бешереп алып килгән.

Белеүебеҙсә, «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге 2014 йылдан Рәсәйҙең баш ҡалаһында яҡташтарҙы берләштереү, башҡорт мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса эшмәкәрлек алып бара. 2022 йылда «Аҡ тирмә» фольклор коллективы ағзалары «Мөғжизәләр яланы» капитал-шоуының яңы йыл сығарылышында ҡатнашҡайны.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-04-14/solisty-bashkirskogo-folklornogo-kollektiva-ak-tirme-sygrali-v-pole-chudes-3221027

 
 
Автор:
Читайте нас