+7 °С
Ясна
Төрлөһөнән
17 Апрель 2023, 10:00

Алданмағыҙ!

Орлоҡ һайлау ваҡыты етте, ләкин күп баҡсасыларҙан ошондайыраҡ һүҙҙәр ишетәһең: "Ҡаптарҙы асһаң, бер нисә бөртөк кенә һалынған, уларының да яртыһы шытып сыҡманы... Сәбәбе нимәлә икән?" Ана шулай алданмаҫ өсөн бер нисә кәңәш яҙабыҙ.

Алданмағыҙ!Алданмағыҙ!
Алданмағыҙ!

Ни өсөн орлоҡтар шытмаған һуң?
— Сифаты ГОСТ-ҡа тура килмәй;
— Ҡаптың тышында орлоҡтоң нисек сәселергә тейешлеге күрһәтелмәгән йәки күрһәтелеп тә һеҙ уға иғтибар итмәгәнһегеҙ;
— Ваҡыты үткән. Орлоҡ тултырылғандан һуң улар ябай ҡағыҙ пакетта бер йыл, ә ҡурғашланғанында ике йыл һаҡланырға тейеш;
— Барлыҡ агротехника ысулдары ҡулланылмаған.
Ошоларҙың тәүге өсәүһендә һатыусы менән етештереүсе ғәйепле булһа, һуңғыһында — баҡсасылар. Йәғни тейешенсә иғтибар итмәгәнһегеҙ, сөнки беҙ орлоҡто урам буйынан да, магазиндарҙан да алабыҙ. Хәҙер бит махсус сауҙа нөктәләре байтаҡ. Шуға ла иренергә ярамай: һыналған фирмаларҙыҡын эҙләп табырға кәрәк. Үҙебеҙҙең "Башсемовощ"тың да һынатҡаны юҡ.

Фото интернеттан.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас