+15 °С
Болотло
Төрлөһөнән
17 Апрель 2023, 04:00

Бөгөн - Ҡәҙер кисе

Ислам динендәге мөбәрәк кистәрҙең иң ҡиммәтлеһе – ҡәҙер кисе. Ул рамаҙан шәриф айында булған бер кистә билдәләнә, тик ҡайһы кисендә булғаны теүәл генә әйтелмәгән. Шулай ҙа имам Әғзәм Әбү Хәнифә әйтеүенсә, ҡәҙер кисе рамаҙан айының 27-се кисендә була. Ҡәҙер кисе шулай уҡ ҡеүәтте, Тәҡдирҙе аңлата. Шуныһы ла бар – был көндө шайтан бер кемгә лә зыян килтерә алмай, ул тулыһынса көсөнән яҙа.

Бөгөн - Ҡәҙер кисеБөгөн - Ҡәҙер кисе
Бөгөн - Ҡәҙер кисе

Ҡөрьән Кәримдә раҫланыуынса, ҡәҙер кисе – йылдың иң файҙалы, иң ҡиммәтле кисе. Сөнки ҡөрьән Кәрим Рәсүлебеҙгә нәҡ ошо кистә тапшырыла башлаған.
Был һоҡланғыс кисте нисек үткәрергә һуң? Бер хәҙистә: «ҡәҙер кисендә инанып, сауабын өмөт итеп, ғибәҙәт ҡылғандарҙың бөтә гонаһын Аллаһы Тәғәлә ғәфү итер», – тиелә. Был кистә мосолмандар ҡөрьән уҡый, тәүбә итә, башҡа мосолмандарҙы һөйөндөрөрлөк эштәр башҡара, үҙенең теләктәрен Хоҙай Тәғәләгә еткерә, ҡыҫҡаһы, изге эштәр менән генә булыша.
Шулай уҡ ҡәҙер кисен тәҡдирҙе билдәләү кисе тип тә атарға булыр ине. Шуға ла был кистә үҙең, туғандарың, бөтә мосолмандар өсөн Аллаһтан бәхет, һаулыҡ, байлыҡ һорар­ға кәрәк. Хоҙай Тәғәлә: «Һонолған ҡулдарға бирмәй ҡалдырмам», – тип әйткән, шуға ла теләгәнегеҙҙе һорағыҙ, ялбарығыҙ. Ысын күңелдән теләгән теләктәрегеҙ мотлаҡ ҡабул булыр.
Ҡәҙер кисенең сауабы мең айҙан да хәйерлерәк, мең ай ҡылған ғибәҙәттән дә артығыраҡ булыуы юҡтан түгел, шуға ла был төндө йоҡламайынса, изге эштәр башҡарып үткәреү үҙебеҙгә файҙа ғына булыр. Иғтибар итегеҙ: ҡайһы бер ғалимдар раҫлауынса, ҡәҙер кисе еләҫ булыр, бик һыуыҡ та, эҫе лә һиҙелмәҫ.

Фото: https://filed16-13.my.mail.ru/

Автор:
Читайте нас