-3 °С
Облачно
Төрлөһөнән
18 Апреля 2023, 10:00

Ҡамырға ҡағылышлы кәңәштәр

*Ондо ҡулланыр алдынан иләү мотлаҡ. Был уны таҙартыу өсөн генә түгел, араһына һауа инһен өсөн дә эшләнә. Иләнгән ондан бешерелгән аҙыҡ матур ҡабара, өҫтө тигеҙ була.*Ҡоро сүпрәне ҡулланыр алдынан 20 – 30 минут һалҡын һыуҙа ебетергә кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡамырға ҡағылышлы кәңәштәрҠамырға ҡағылышлы кәңәштәр
Ҡамырға ҡағылышлы кәңәштәр

*ҡамыр әҙерләү өсөн пресланған сүпрәне – ондоң 2 – 5 проценты күләмендә, ә инде ҡороһон тағы ла аҙыраҡ алырға кәрәк.
*ҡулланыр алдынан сүпрәне шәкәр ҡушыл­ған йылымыс һыу йәки һөткә һалып, бер аҙ тотор­ға кәңәш ителә.
*Сүпрәне эҫе һыуға һалмайҙар. Сөнки юғары температурала ундағы бәшмәктәр үлә һәм ҡамырҙың әсеү процесы туҡтала.
*Әгәр ҡамыр әсегән ваҡытта, ныҡ эҫе урын­ға ҡуйылып, сүпрә бәшмәктәре үлһә, ҡамырҙы һыуытып, яңы сүпрә һалырға кәрәк.
*Сөсө ҡамырҙы оҙаҡ баҫырға кәңәш ителмәй. Был уның сифатын түбәнәйтә.
*Ҡамыр йәйгән урында үтәнән-үтә ел уйнап торорға тейеш түгел, ел ҡамыр­ҙы ҡатыра, әҙерләнгән ризыҡтың өҫтөн киптереп, тышы ҡаты булып бешеүенә килтерә.

Фото: sovet-ok.ru

Автор:
Читайте нас