

Алкид буяуҙар
Алкид буяуҙар һыуҙы бөтөнләй һеңдермәү һәләтенә эйә. Улар сыҙамлылар рәтендә − сыйылыуҙарға, төрлө механик йоғонтоларға бирешеп бармай. Алкид буяу менән буялған урындарҙы таҙартыу өсөн теләгән бер иреткесте лә ҡулланырға була. Был продукция ағас тәҙрә рамдарын, аш-һыу бүлмәһендәге мебелде, иҙәнде һәм шулай уҡ түшәмде буяу өсөн ҡулай. Билдәләп китеүебеҙсә, ул буялған урындарҙы ҡалын итеп ҡаплап ҡуя һәм төрлө ҡытыршылыҡтарҙы йәшерә.
Алкид буяуҙарын шыйыҡлатыу өсөн әлеге лә баяғы уайт-спирит ҡулланыла. Әммә был буяу майлыһына ҡарағанда күпкә тиҙерәк кибә һәм уның еҫе оҙаҡ ваҡыт һауала тормай. Атап әйткәндә, алкид буяу 16 сәғәт эсендә тулыһынса кибеп бөтә.
Һыу менән иретелеүсе буяуҙар
Һыу менән иретелгән буяуҙарҙың составында органик иреткестәр юҡ. Шунлыҡтан уларҙы йорттоң, башҡа биналарҙың эсен буяу өсөн киң ҡулланалар. Етмәһә, улар бөтөнләй тиерлек еҫһеҙ һәм валик менән дә, һиптергес менән дә һәйбәт яғыла. Әгәр теге йәки был урында бер нисә тапҡыр буярға кәрәкһә, икенсе ҡатты яғыр өсөн ике сәғәт самаһы ғына көтөү ҙә етә.
Был буяу стеналарға, түбәгә һауа үткәрәсәк. Икенсе төрлө әйткәндә, уны “тын алыусы буяу” тип атап булыр ине. Әйткәндәй, был буяу менән эшләгәндән һуң кейемеңде, ҡулдарыңды таҙартыу өсөн күп ваҡыт талап ителмәй. Инструменттарҙы ла таҙартыуы еңел генә.
Әйткәндәй
Майлы һәм алкид буяуҙарҙы уттан алыҫыраҡ тотоғоҙ. Улар һаҡланған урында тәмәке тартыу, усаҡ яғыу ҡырҡа тыйыла.
Һыу менән иретелеүсе буяу туңа һәм ҡайтанан иреткән ваҡытта үҙенең яҡшы сифаттарын тулыһынса юғалта. Был буяуҙарҙы һатып алғанда шуға ныҡлы иғтибар итегеҙ – сауҙа урыны йылытылған, ҡояш нурҙарынан ҡапланған булһын. Шулай уҡ яҙын көҙ эшләнгән буяуҙы алмау һәйбәтерәк – уның нисек һаҡланғанын бер нисек тә асыҡлап булмай.
Бер урынды буяй башлағас, ниәтләнгән майҙан буялып бөткәнгә тиклем туҡтамағыҙ. Сөнки, буяу кипкәндән һуң төҫөн саҡ ҡына үҙгәртергә һәләтле. Уның төҫө валикты ниндәй баҫым менән баҫыуығыҙға ла бәйле. Шуға ла эш башлар алдынан үҙегеҙҙең көсөгөҙҙө объектив баһалағыҙ һәм ваҡыт етеңкерәмәҫтәй тойолһа – эшкә тотонмағыҙ.
Йорт йәки башҡа бина эсен буяу эшен мөйөштән, өҫкө яҡтан башлағыҙ.
Фото: stx.by
https://www.ye02.ru/mahsus/5037-alkid-nim1240-1210u1186.html