+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән
21 Апреля 2023, 06:00

Бар шифалар ҙа – Ҡөрьәндә

Сәләмәтлек – Аллаһы Тәғәләнән кешегә бирелгән иң ҙур ниғмәттәрҙең береһе. Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә: «Иртән һау-сәләмәт, имен һәм ризығы булған хәлдә уянған кеше бөтөн донъяға эйә», – тигән.

Бар шифалар ҙа – ҠөрьәндәБар шифалар ҙа – Ҡөрьәндә
Бар шифалар ҙа – Ҡөрьәндә

Сәләмәтлек беҙҙе был донъяла бәхетле итһә, ныҡлы иман әхирәттә бәхетле булыуға әҙерләй. Тормошта әҙәм балаһы ниндәй генә күңелһеҙ хәлдәргә тарымай. Иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы еңеү, сир-сырхауға тарығанда хәлебеҙҙе еңеләйтеү өсөн Аллаһыға инаныуыбыҙ көс булыр. Беҙгә ебәрелгән бәлә-ҡазалар, сирҙәр – тәҡдиребеҙ, сабырлығыбыҙ, ихтыяр көсөбөҙҙө һынау, тәүбәгә килеүгә саҡырыу. ҡөрьәндә әйтелгәнсә, Аллаһ үҙенең ҡолон шул дәрәжәлә һынарға мөмкин, Раббыһына юлыҡҡанда уның бер ниндәй ҙә гонаһы ҡалмаған булыр. Кешегә бирелгән ҡыйынлыҡтар, сиргә тарыу Хоҙай тәҡдиренә риза булған, сабыр иткән кешенең Раббыһы алдында дәрәжәһен күтәреү өсөн бирелергә мөмкин. Ауырыуға шифа – Аллаһ ҡулында. Ибраһим ғәләйһис-сәләм дә Аллаһы Тәғәләнән: «Эй, Раббым! Ауырыуҙар ҡайҙан килә?» – тип һораған. Аллаһы Тәғәлә: «Минән», – тип яуап биргән. Ибраһим ғәләйһис-cәләм: «Шифа ҡайҙан килә?» – тип һора­ған. Хоҙай тағы ла: «Минән», – тип яуап биргән. Ибраһим: «Шулай булғас, табип кем була һуң?» – тип һораған. Аллаһы Тәғәлә: «Мин уның ҡулына дауаланыу сараларын биреп ҡуйған кеше»,– тип яуап биргән.
Иң яҡшы һәм һөҙөмтәле сараларҙың береһе – Аллаһы Тәғәләнең шифалы һүҙҙәре – ҡөрьән Кәримдер. Бик күптәр күп сиренә сихәт, шифа табыуҙан өмөт өҙгәндән һуң ҡөрьән Кәрим менән дауалана. Изге китаптың «Исра» сүрәһендә лә: «Беҙ ҡөрьәндә мөьминдәр өсөн шифа һәм рәхмәт булған аяттар индерәбеҙ», – тиелгән. Йән тыныс­һыҙлығы, стресс, фажиғәләр, ҡайғы-борсолоу­ҙар беҙҙе һәр ерҙә һағалай. Былар, әлбиттә, күңел торошона ла кире йоғонто яһамай ҡалмай. Аллаһыға иман килтереү, уның ихтыярына тулыһынса буйһоноу, тормоштағы ауыр һынауҙарҙа үҙеңә изгелек, хәйер күрергә ынтылыу, Хоҙайҙың ике донъяла ла эшләгән изгелектәр өсөн әжерен биреренә ышаныу – бы­лар­ҙың барыһы ла беҙ­ҙең психик яҡтан сәләмәт булыуыбыҙға ыңғай йоғонто яһаусы сифаттар.
Күңелгә иң файҙалы аҙыҡ ул – иман, иң фай­ҙалы дауа – ҡөрьән дауаһы.

Фото: gagaru.club

Автор:
Читайте нас