+16 °С
Облачно
Төрлөһөнән
21 Апреля 2023, 11:00

Пекин кәбеҫтәһе

Яҙҙың тәүге айҙарынан уҡ теплицаларҙа Пекин кәбеҫтәһен салат, аш өсөн үҫтерә башларға була. Апрелдә, мәҫәлән, беҙҙең яҡтарҙа яҡтылыҡ та, һалҡынға сыҙамлы булыуын иҫәпкә алһаң, йылылығы ла етә. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Пекин кәбеҫтәһеПекин кәбеҫтәһе
Пекин кәбеҫтәһе

Шулай булғас, йылылыҡ тотор өсөн яғыулыҡ күп китмәй, баҙарҙағыға ҡарағанда үҙҡиммәте түбәнерәк килеп сыға. Был төр кәбеҫтә 15 градуста үҙен яҡшы тоя, тик төндәрен 7-8-ҙән төшөрлөк булмаһын. Уның төп үҙенсәлеге шунда: тиҙ өлгөрә. Бер ай эсендә үк салатҡа өҙә алаһығыҙ. Тик шуныһын хәтерҙә тотоғоҙ: башҡа культураларға һымаҡ уҡ, уға ла минераль ашламаларҙы йәлләргә ярамай. Сәскәндә рәт араларын — 25, ә үҫентеләрҙекен 8–10 сантиметр итеп ҡалдыралар.

Фото: kustroz.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас