+12 °С
Облачно
Төрлөһөнән
1 Мая 2023, 06:00

Алиһәләр айы

Тышта — яҙҙың иң йылы, гүзәл мәле. Тирә-йүн сәскәгә, хуш еҫкә күмелде.Рим легендаларынан күренеүенсә, майҙың исеме Зевстың ҡыҙы Майя хөрмәтенә аталған. Ул — уңдырышлылыҡ алиһәһе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Алиһәләр айыАлиһәләр айы
Алиһәләр айы

Тимәк, майҙа мөһим эш башларға, никахҡа инергә, туй үткәрергә ярамай тигән ырымдарға башкөллө ышанырға кәрәкмәй, ти белгестәр. Борондан килгән был инаныуҙар бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттән килеп сыҡҡан, сөнки ата-баба баҡсала, баҫыуҙа эш ҡыйрап ятҡанда байрам итеүҙе өнәмәгән тигән фекерҙә улар. Ни тиһәң дә, беҙҙә туй аҙнаға ҡәҙәр һуҙылған — бер көнө йылды туйҙырыр мәлдә нисек йырлап-бейеп йөрөргә мөмкин?
Майя шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙы ҡурсалаған, һоҡландырыу алиһәһе булған.
Славян календары иһә, майҙың “хужабикә”һе — мөхәббәт, матурлыҡ һәм бәхетте яҡлаусы Ләйлә, тип белдерә.

Фото: poembook.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас